Башҡортостанда бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә

Ветеринар постар эшләй, техника махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Ошо минуттарҙа Республика йортонда ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү буйынса махсус кәңәшмә башланып тора. Туймазы районындағы ике ауылда йәшәүселәр аптырашта ҡалған. Уларға өс йыл дауамында мал тотмаҫҡа ҡушҡандар. Малһыҙ ҡалған ҡуралар, тынып ҡалған урамдар. Туймазы районында бешмә сиренән ҡазаға тарыған Үрмәкәй ауылы. Был төбәк һуңғы көндәрҙә бөтә ил күләмендә мәғлүмәт таҫмаларында тәүге урындарҙа килә. Тап ошо яҡта республикала хәҙер йылдар буйына ишетелмәгән вирус табылды. Бешмә, иҙелмә – был сирҙән һыйыр малы зыян күрҙе. Вирустың ситтән килтерелгәне билдәле. Урындағы хужалыҡтарҙың береһе ветеринр тикшереү үткәрмәйенсә, һарыҡ һатып алған. Ул бешмә ауырыулы булған. Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт халҡы хәҙер аптырашта. Юҡ ителгән һыйырҙар өсөн хаҡты кем түләйәсәк, ҡыш алдынан һөтһөҙ генә түгел, итһеҙ, тимәк, ризыҡһыҙ ҡалғандарҙы кем туйҙырасаҡ. Ауылда йәшәүселәр ошо һорауға яуап таба алмай, баҙап ҡалған. Туймазыла таралған бешмәне юҡ итеү өсөн төрлө саралар күрелде. Бер-нисә ойошма ғәҙәттән тыш хәл режимында эшләүгә күсерелде. Үрмәкәйҙә йәшәүселәр һаҡлыҡ сараларына һағайып ҡарай. Мал тотоусылар йөҙәр мең һумлыҡ зыян күреүе тураһында белдерә. Малдарҙы юҡ итеү генә түгел, ветеринар хеҙмәттәр хатта ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесәнде лә яндырырға ҡушҡан. Үрмәкәйҙә хәҙер мал тауышы тынасаҡ. Бешмә табылған урында кәм тигәндә лә өс йыл һыйыр малы аҫырарға ярамай. Башҡортостандағы бешмә Рәсәйҙең аграр субьекттары өсөн тәүге һәм ҡырҡыныс хәбәр. Тимәк, хәҙер ауыл хужалығы тармағына етди күҙәтеү һәм тикшереү талап ителә. Тик ярты мең баш малын юғалтҡан Үрмәкәй менән Йәрмөхәмәт халҡы ғына әле нимәгәлер өмөт итә. Был өмөттөң ябай ауыл халҡын туйындырған һыйыр малына бәйле икәнен йәшереп булмай. Ауырыу малды Башҡортостанға индереүгә кем рөхсәт биргән һәм ни өсөн кемдеңдер баш баштаҡлығы өсөн ябай халыҡ яуап бирергә тейеш? Ике ауыл халҡы ошо һорауҙарға яуап көтә.