Сара Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенең 100 йыллығына арнала. Ошо көндәрҙә Республиканың ҡатнаш алыш федерацияһы нигеҙендә республиканың йыйылма командаһының күнекмәләре башланды. 14 йәшлек Петр был спорт төрө менән 1 йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул ҡатнаш алыш спорт төрөнөң бөтә серҙәренә лә төшөнөп өлгөргән. Хәҙер ул 21-22-се октябрь ҙа үтәсәк ярыштарға әҙерләнә. Әлбиттә уның маҡсаты — еңеү яулау.Йыйылма командаға республиканың төрлө район-ҡалаларынан ике тиҫтәгә яҡын үҫмерҙәр йыйылған. Ярыш 14-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында 10 төрлө ауырлыҡ үлсәмендә үтәсәк. Һәр спортсыны сараға етди әҙерләйбеҙ, ти ҡатнаш алыш спорты буйынса йыйылма команда тренеры Руслан ... .Ҡатнаш алыш спортына республикала иғтибар ҙур. Башҡортостанда ошо йүнәлештә эшләгән тиҫтәләрсә клуб бар. Шуға күрә лә, йыйылма командаға иң көслө үҙәктәрҙә шөғөләнгән спортсылар саҡырылған.Бер майҙанға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән спортысалар йыйыласаҡ. Йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу менән бер рәттән, комплекслы ҡатнаш алыш төрөн Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә популяштырыу һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған турнирға Рәсәйҙең ММА Союзы президенты Федор Емельяненьконың килеүе лә көтөлә.
Өфөлә үҫмерҙәр араһында тәүге тапҡыр ҡатнаш алыш спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк
Тулыраҡ: Өфөлә үҫмерҙәр араһында тәүге тапҡыр ҡатнаш алыш спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк