Башҡортостан төп байрамын-республика көнөн билдәләй

Тулыраҡ: Башҡортостан төп байрамын-республика көнөн билдәләй

Бөгөн Өфөлә республика көнөнә арнап тантаналы ултырыш үткәрелә. Ә киске сәғәт биштә Спорт һарайы алдындағы майҙанда митинг-концерт башлана. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ойошторған сарала баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн виртуоз баянсылар Айнур һәм Хәлит Фәтиховтар, «Zainetdin» этно-проекты, «Санрайзe», «Лайт Эгейн» төркөмдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар сығыш яһаясаҡ. Концерттың махсус ҡунағы – яҡташыбыҙ Сергей Приказчиков ойошторған «Пицца» төркөмө. Республика көнө уңайынан иртәгә бөтә музейҙарҙа ла "асыҡ ишектәр" көнө — теләгән һәр кем экспозициялар менән бушлай таныша ала.