Дим районында 161-се лицей үҙ ишектәрен асты

Тулыраҡ: Дим районында 161-се лицей үҙ ишектәрен асты

Республика көнө алдынан башҡаланың Дим районындағы иң йәш торлаҡ биҫтәһендә яңы мәктәп асылды. 161-се лицейға республикала тиңдәр юҡ. Ул адреслы инвестиция программаһына ярашлы йыл ярым эсендә төҙөлөп бөттө.Дүрт ҡатлы бинала лифт, ашхана, бассейн, иркен спорт залдары, тантаналар залы, душ бүлмәләре менән йыһазландырылған кейенеү-сисенеү бүлмәләре бар. Мөмкинлеге сиклеләр өсөн дә бар уңайлыҡтар ҡаралған. Балалар именлеген күҙәтеү селтәре, янғын йә башҡа хәүефле осраҡтар тураһында тиҙ белгертеү системаһы тәьмин итә. Уҡытыусыларға дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ойоштороу өсөн заман ҡоролмаларының төрлөһө бар. Барыһы ла балаларҙың һәләттәрен асыу һәм үҫтереү өсөн.Республика башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә лицей төҙөлөшө бюджетҡа 800 миллион һумға төштө. Был сығымдар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Республикала белем биреү йорттарының һаны ла тағы ла артасаҡ. Балаларҙы бер сменалы уҡыу тәртибенә күсереү бурысын үтәр өсөн тағы ла 10-15 мәктәп кәрәк.Республикала төрлө яҡлап үҫешкән, сәләмәт, белемле балалар тәрбиәләү өсөн шарттар бар һәм улар тик яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Башҡаланың Дим районында ғына балаларҙы бер сменалы уҡыуға күсерер өсөн йәнә өс яңы биҫтәлә ошоға оҡшаш мәктәптәр төҙөлөшө көтөлә.