Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусын төҙөү башланы

Тулыраҡ: Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусын төҙөү башланы

Республика башлығы бөгөн буласаҡ диспансерҙың тәүге нигеҙ ташын һалды.Республикала йыл һайын 13 меңгә яҡын кеше онкология ауырыуҙары менән ауырый. Яңы корпус 240 урынға иҫәпләнгән һәм уның өс ҡатында бер-нисә поликлиника урынлашасаҡ. Алдағы йылдарҙа, Башҡортостандың ҙур ҡалаларында онкология диспансерының филиалдарын төҙөү ҡарала. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, буласаҡ клиникага республика бюджетынан 2 миллиардҡа һумға яҡын аҡса бүленәсәк. Яңы бинаны 2019 йылдың октябренә сафҡа индере ҡарала