Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың Төркиәләге дипломатик миссияһы визалар биреүҙе туҡтата. Ҡушма Штаттарҙың рәсми белдереүендә әйтелеүенсә, Вашингтон Төркиә хөкүмәтенең американ дипломаттарының именлеген тәьмин итеү йәһәтенән позицияһын ҡайтанан ҡарап сығырға мәжбүр. Төркиә Америка консулын үткән йылдағы фетнәне ойоштороусыларға ярҙам итеүҙә ғәйепләй.
  • Төркиә Сүриәнең төнъяғындағы Идлиб виләйәтендә хәрби операция үткәреүе тураһында иғлан итте. Президент Рәжәп Эрдоган белдереүенсә, Рәсәй, Иран һәм Төркиә араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, төркиә ғәскәрҙәре унда “деэскалация биләмәһен” тәьмин итәсәк. “Беҙ Идлибта именлек урынлаштырабыҙ һәм был йәһәттән Рәсәй менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ,”-тигән Рәжәп Эрдоган. Әле Идлиб виләйәте һәм уға сиктәш райондар террорсыларҙың ныҡлы терәге булып ҡала.
  • Ҡатыныңды елкәңә ултыртһаң...ярышҡа әҙерлән. Төнъяҡ Америкала тиҫтәләгән ир ҡатындарын елкәлә йөрөтөү буйынса ярышта ҡатнашҡан. Әйткәндәй, ойоштороусылар белдереүенсә, үҙенсәлекле чемпионатта ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта бара икән. Бүләк тә шәптән түгел. 12 йәшник һыра һәм Финляндияға юллама. Ял итергә түгел, ә ҡатынды тағы ла бер тапҡыр елкәгә ултыртып югереү өсөн.