Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов оператив кәңәшмәлә белдерҙе.Республика башлығы әйтеүенсә, бындай хәлдең килеп сығыуына юл ҡуйыусылар мотлаҡ яуап бирәсәк. Тейешле хеҙмәттәр ҡайҙа ҡараған? Туймазы районында бешмә ауырыуына бәйле хәл бик ҡаты тикшереүҙе талап итә, тине Рөстәм Хәмитов. Бешмә ауырыуы таралған ауылдарҙа 900 бал мал юҡ ителгән. Рөстәм Хәмитов зыян күреүселәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтергә саҡырҙы.Башҡортостан биләмәһендә бешмә ауырыуы һуңғы тапҡыр 1977 йылда теркәлгән. Туймазы районында 40 йылдан һуң бешмә ауырыуы асыҡланыуын Рөстәм Хәмитов айырым кешеләрҙең үҙ эшенә ҡул һелтәп ҡарауы тип баһаланы
Туймазы районында бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәмендә 35-40 миллион һум аҡса кәрәк
Тулыраҡ: Туймазы районында бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәмендә 35-40 миллион һум аҡса кәрәк