Республикала үткән йыл менән сағыштырғанда ВИЧ инфекция 4 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән

Тулыраҡ: Республикала үткән йыл менән сағыштырғанда ВИЧ инфекция 4 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән

Был хаҡта бөгөн хөкүмәт Президиумы ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров белдерҙе. Әммә тынысланырға иртәрәк. Рәсәйҙә ауырыусылар арта. Шуға ла илдә ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү буйынса дәүләт стратегияһы ҡабул ителгән. Бөгөнгө ултырышта ошо документты ғәмәлгә ашырыу планы раҫланды.