Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамлана

Тулыраҡ: Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамлана

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы эшсәндәре 3 миллион 700 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған. Гектар көсө 22 центнер самаһы. Ямғыр йыш яуыуға ҡарамаҫтан, быйыл уңыш мул. Саҡмағош районында һәр гектарҙан 40 центнер ашлыҡ йыйып алынған. Стәрлетамаҡ районы ашлыҡ һуғыу буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Үткән йыл республикала ошо осорға 3 миллион 500 мең тонна самаһы ашлыҡ йыйып алынғайны. Әле республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарҙың 98 процентында сабылған һәм һуғылған. 22 районда аграрийҙар —ашлыҡ сабыуҙы, 17-һендә йыйыуҙы тамамлаған.