Был күп милләтле Башҡортостан халҡының дөйөм байрамы. 27 йыл элек Федераль үҙәктән алынған ошо статус Башҡортостанға һәр йәһәттән үҫеш мөмкинлеге бирҙе. 2 тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә үҙаллылыҡ төшөнсәһе лә үҙгәрҙе. Әммә байрамдың мәртәбәһе төшмәне. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.
Башҡортостан өсөн хәл иткес, тулҡынландырғыс, шул уҡ ваҡытта тарихи ваҡиға бер көн, хатта бер йыллыҡ ҡына эш түгел ине. Быуаттар дауамында ҡабатланып торған ихтилал, сәйәси алыштың тарихи еңеү көнө була 1990 йылдың 11 октябре тип хәтерләй был дәүерҙә йәмәғәт эшмәкәре Миңлерәйес Ишморатов.
Суверенитет был юлы өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Совет власы билбауын бушата, ә артабанғы ҡоролошто хатта юғары даирәләр ҙә нисек булырын күҙ алдына килтермәй. Ошондай дәүерҙә Башҡортостан зыялылары юғалып ҡалмай, халыҡ менән кәңәшләшеп илдә иң беренсе булып үҙаҙаллылыҡ талабын ҡуя. Юғары Совет Башҡортостан Республикаһы тәҡдимен хуплап сыға.
Тарихи ғәҙеллекте тергеҙгән суверенитет сәйәси ирек кенә биреп ҡалмай. Төбәк өсөн был яңы мөмкинлектәр аса. Үҙаллылыҡ йылдарында һәр район-ҡалала яңы юлдар һалына, йорттар, социаль обьекттар төҙөлә, ауыл-ҡасабаларға газ үтә. Республика әле лә Рәсәйҙең таяныс төбәктәренең береһе тигән статусын юғалтмай. Был турала Республика көнө уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта Рөстәм Хәмитов билдәләп үтте.
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт халҡы татыу тормош көтә. Республика көнө уларҙың барыһы өсөн дә берҙәмлек, дуҫлыҡ байрамына әйләнгән
Дәүләтселектең төп билдәләренең береһе булған гимн һәр рәсми сараларҙың башланғысы. Республика көнөнә арналған тантаналы ултырышта ла уны аяҡ үрә баҫып тыңлауҙан башланып китте. Гимнға тыуған республикабыҙға һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһон һалырға тырыштым, ике тиҫтәнән ашыу йыл үтһә лә бер нотаһын да үҙгәртмәҫ инем, ти уның авторы Фәрит Иҙрисов.
Милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендәге Салауат Юлаев һыны быуаттар буйына барған үҙаллылыҡ өсөн көрәш символы ла суверенитеттың төп билдәләре герб һәм флаг биҙәлеше лә. Суверенитет төшөнсәһе бөгөн 27 йыл элек ҡабул ителгәндән күпкә айырыла, әммә шуныһы хаҡ республикабыҙ Рәсәй составында булыуы менән ышаныслы, ә ил үҙенең милли республикалары менән көслө. Һъм бөгөнгө байрамдың биҙәлеше нисек кенә үҙгәрмәһен Башҡортостан өсөн янып йәшәгән һәр кем уны үҙ байрамы итеп ҡабул итә.