Спорт һарайы алдындағы майҙанға төрлө район һәм ҡалаларҙан сама менән 12 мең кеше йыйылды. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бергә йыйылыусылар “Үҙ республикамды яратам” тип алҡышланы
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов митинг-концертта сығыш яһап Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы. Был байрам беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерә, тине Рөстәм Хәмитов.