11 шәхси һәм 2 коллектив дәғүәсе араһынан иң лайыҡлылары тип өс журналист билдәләнде. Уларҙы бүләкләү тантанаһында хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ҡатнашты.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия республиканың иң шәп журналистарына 1989 йылдан тапшырыла. Ул осорҙа журналистар берлеге рәйесе вазифаһын башҡарған Ризван Хажиев был премияны булдырыуҙа төп ролде уйнай. «Советская Башкирия» гәзите хеҙмәткәрҙәре Анатолий Козлов, Виктор Шмаков, Алик Шакиров һәм Башҡортостан телевидениеһы күҙәтеүсеһе Марсель Ҡотлоғәлләмовтар уның тәүге лауреаттары.
Быйыл лауреаттар исемлегенә бер нисә быуын журналистар тәрбиәләп сығарған профессор, әүҙем яҙышҡан һәм ҡәләменең үткерлеге менән өлгө булып торған Фәнил Тимерйән улы Күзбәков та өҫтәлде. Уның егермегә яҡын студенты күптән Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаттары рәтендә.
Республиканың мәҙәни һулышын яҡтыртҡан, сит төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәгән милләттәштереббеҙҙең көнитмеше менән таныштырған мәҡәләләре өсөн "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы Ишморатова ла Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына лайыҡ тип табылды. Ул журналистикала уңышлы эшләүҙең төп шарты тырышлыҡ тип һанай.
Өсөнсө лауреат Марина Сергеевна Воронова замандаштарыбыҙҙың образдарын оҫта сағылдырыуы менән комиссия ағзалары иғтибарын йәлеп иткән.
Эшен һәм тыуған ерен йөрәге менән яратып яҙышҡан журналистарҙың мәҡәләләре матур һәм халыҡ күңеленә яҡын була, тип һанай Борис Мелкоедов. Быйылғы лауреаттар шундайҙар рәтенән, тип белдерҙе ул.
Заман матбуғаты үҫешен көсәйтеү һәм талантлы журналистарҙы асыҡлау өсөн Башҡортосандың 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең 100 йәшенә арнап республика хөкүмәте тарафынан тағы ла бер премия булдырыу күҙаллана.
Иртәгә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаттарын тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн Күгәрсен районында көтәләр.