Алдағы йылдарға төп финанс документ

Тулыраҡ: Алдағы йылдарға төп финанс документ

Бөгөн Республиканың киләһе йылға бюджеты буйынса тәүге йәмәғәт тыңлауҙары үтә. Башҡортостандың төп финанс документы йәмәғәтселеккә беренсе тапҡыр тәҡдим ителде. Әлегә тиклем уны Дүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ғына өйрәнеп килде. 2018 йылға һәм 2019-2020 йылға тиклемге осорға бюджет проекты хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында, парламенттың һәм финанстар министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылды. Теләүсе һәр кем уның менән танышып сыҡҡандан һуң үҙ тәҡдим фекерҙәрен еткерҙе. Ә бөгөн Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм министрҙар кабинеты алдында ишеттерҙе.