Рәсәйҙә мәшғүллеккә булышлыҡ итеү программаһын бойомға ашыра башланы

Тулыраҡ: Рәсәйҙә мәшғүллеккә булышлыҡ итеү программаһын бойомға ашыра башланы

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрылығы сәнәғәттә етештереү күләмен арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү программаһын бойомға ашыра башланы. Бюджеттан был маҡсатта 3 миллиард һум аҡса бүленә. 2017 йылда программаның пилот проекттарын ғәмәлгә ашырыу исемлегендәге 6 төбәк араһында Башҡортостан да бар.Республикала етештереү күләмен арттырыу программаһында ҡатнашыр өсөн эшкәртеү сәнәғәте, машиналар эшләү һәм химия тармағына ҡараған 10-12 предприятие һайлап алынған. Әле улар программала ҡатнашыу өҫтөнлөктәре һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн яңы мөмкинлектәр файҙаланыу ысулдары менән ҡыҙыҡһына. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре фекеренсә, етештереү күләмен күтәреү саралары етерлек.