Бөгөн Фидан Сафа улы Ғафаров үҙенең тыуған көнөн билдәләй

Тулыраҡ: Бөгөн Фидан Сафа улы Ғафаров үҙенең тыуған көнөн билдәләй

Фидан Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алына. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә оҫтаһы итеп күрһәтә.Ул РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Фидан Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә.