ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы

Тулыраҡ: ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ял көндәрендә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Һауа температураһының бер төшөп, бер күтәрелеүе сәбәпле иртәле-кисле асфальттың тайғаҡ булыуы ихтимал.Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, тап шәмбе, йәкшәмбе руль артына эскән килеш ултырыусылар арта. Күптәр уяулыҡты юғалта. Ошо сәбәпле Татарстанда ҡот осҡос авария теркәлде. ВАЗ машинаһы водителе оло юлға сыҡҡанда тирә-яғына ҡарамай сөгөлдөр тейәгән КАМАЗ аҫтында ҡала. КАМАЗ уны этеп алып барып ауыр торбалар тейәгән МАЗ машинаһы менән бәрелешә. Республиканың юл хәрәкәте именлеге идаралығы ошондай аяныслы хәлдәр булмаһын өсөн ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.