Әммә бригада һәр шылтратыуға йөрөмәйәсәк. Был ялған йәки даими саҡыртыуҙарҙы кәметеү маҡсатында башҡарыла. Сөнки күп осраҡта пациенттар поликлиникаға барып табипҡа күренер урынға, ашығыс ярҙамды өйгә саҡыртыуҙы хуп күрә. Әле тәжрибә рәүешендә яңы колл үҙәк эш башланы. Һәр минут кеше ғүмеренә тиң. Өфөнөң ашығыс ярҙам хеҙмәтенең көнбайыш подстанцияһында телефон тәүлек әйләнәһенә тынмай. Ҡаланың пульсын үлсәп булһа, ул тап ошонда урынлашыр ине, ти табиптар. Әле генә сираттағы саҡырыуҙан ҡайтҡан неврология бригадаһы йәнә ярҙамға ашыға. Йыйынып сығып китеүгә 4 минут бирелә. Ял итеп, тамаҡ ялғап алырға ла ваҡыт булмай китә, ти табип Вера Живновская, беҙҙең менән аралашыу ҙа юл ыңғайында ғына килеп сыға.Ҡала янындағы ҡасабаға бригада 7-8 минут эсендә барып етте, сирленең хәлен ентекле тикшереү өсөн анализ, кардиограмма урында уҡ башҡарыла. Пациенттың ҡандағы шәкәр кимәле артып киткән, уға урында уҡ ярҙам күрһәтелә, бригада үҙ бурысын үтәне. Әммә күп осраҡта, ашығыс ярҙамды кәрәккән кәрәкмәгәнгә саҡырталар. Бригада полдстанцияға ҡайтып та өлгөрмәне, шунда уҡ сираттағы саҡырыу. Пациент ауыр хәлдә, ә юлдағы ремонт эштәре тиҙ арала ярҙамға барып етеү бурысын тағы ла ҡатмарлаштыра. Адресты эҙләү эште тағы ла ҡатмарлаштыра, баҫма картала яңы йорттар күрһәтелмәй, баҡса биләмәләре бөтөнләй юҡ, ҡала эсендәге тар ихаталар ҙа эшкә ҡамасаулай.Йыш ҡына бригада үҙенең һәм юлдағыларҙың именлеген хәүеф аҫтына ҡуйып кәрәкмәгән ярҙамға ашығырға мәжбүр. Ошондай даими клиенттар исемлегендә-асарбаҡтар.Киләһе йылдан Өфөлә шылтыратыуҙарҙы яңы колл үҙәк ҡабул итә башлай. Был ашығыс ярҙам хеҙмәте сифатын күтәрергә тейеш. Сөнки табиптар юлда уҡ пациенттың ауырыуҙар тарихы менән таныша ала. Яңы система ҡыҙғанысҡа ялған саҡыртыуҙарҙы хәл итә алмай. Сүп ингәнгә лә ашығыс ярҙам көтөүселәр күп. Поликлиникаға барыр урынға табипты өйгә саҡыртыуҙы хуп күрә. Ундайҙар ашығыс ярҙамдың төп бурысы үлемдән ҡотҡарыу икәнен онотмаһа ине.
Өфөлә тиҙҙән ашығыс ярҙам сифатлыраҡ буласаҡ
Тулыраҡ: Өфөлә тиҙҙән ашығыс ярҙам сифатлыраҡ буласаҡ