Россельхознадзор планға ярашлы тикшереүҙәр һанын йылдан-йыл кәметә

Тулыраҡ: Россельхознадзор планға ярашлы тикшереүҙәр һанын йылдан-йыл кәметә

Әлеге мәлдә Өфөлә ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күҙәтеү өлкәһендә хоҡуҡи ғәмәлдәрҙе үтәү мәсьәләһенә арналған фекер алышыуҙар бара. Рәсәй Президенты эргәһендәге стратегик үҫеш һәм өҫтөн проекттар буйынса совет илдә тикшереүҙәр һәм күҙәтеү эшмәкәрлеген яңыртып ҡороу программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Өфөләге фекер алышыуҙарҙа Асыҡ хөкүмәт буйынса Рәсәй министры Михаил Абызов ҡатнаша. Йәмғиәт, эшҡыуарлыҡ һәм властың өсөһөн дә ҡәнәғәтләндерер алтын ҡағиҙә мотлаҡ, тине асыҡ фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Республика башлығы. Башҡортостанда бешмә сире асыҡланыуы ауыл хужалығы эшмәкәрлеген тикшереү өлкәһендәге яуапһыҙлыҡ өлгөһө, тине Рөстәм Зәки улы. Россельхознадзор планға ярашлы тикшереүҙәр һанын йылдан-йыл кәметә, ветеринария өлкәһендә күҙәтеүҙәр иһә үткән 2017 йылда ғына 56 процентҡа аҙайған.