Йәки Фидан менән Нурия дәүере. Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров күркәм байрамдары – тыуған көндәрен билдәләй. Фидан Сафа улы Ғафаров олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремеклеге, тормошто һөйөүе менән күп йәштәргә өлгө булырлыҡ. Донъянан артта ҡалмаҫ өсөн, заман менән бергә үҙгәрергә кәрәк, ти сәхнә оҫтаһы.Фидан Ғафаров 1966 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алына. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә оҫтаһы итеп күрһәтә ул. Фидан Сафа улының репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәренең киң темаларға ҡағылған 100 ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала. Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Атайыбыҙ беҙгә бар яҡтан да өлгө булды, ә иң тәүҙә ул беҙгә „атай„ булараҡ үрнәк, ти Фидан Ғафаровтың улы Азамат.Бөгөн Фидан Ғафаровтың сәхнәләш дуҫы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева ла күркәм байрамы – 75 йәшен билдәләй. Күркәм йәшкә еткән Нурия Исхаҡ ҡыҙының күҙҙәренән әле лә нур бөркөлә. Бөтә нәмәне тормоштан алып, күңелгә һеңдереп үҫкәнгә лә театр оҫтаһының тәбиғилеге, ихласлығы арбай. Театр сәнғәтенә ғашиҡ итә. Артист булыу, сәхнәлә балҡыу теләге бала саҡтан ярала Нурия Исхаҡ ҡыҙында.Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың сәхнә дуэты, йырлы-моңло, мөхәббәтле, һоҡланғыс ижады – үҙе бер театраль легенда. Йәш сағынан үҙҙәренең һылыулығы, ҡабатланмаҫ моңо, йырҙары менән хәтерҙә уйылып ҡалған.Бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған, ижад юлында бик күп сағыу образ тыуҙырған һәм ғүмере буйы тамашасыны әсир иткән кумирҙарыбыҙ әле лә сәхнәлә бергә сығыш яһай. Сәхнәлә лә үҙ кешеңде табыу, тормоштағы кеүек үк мөһим, ти Нурия Ирсаева.1978 йылдан алып республиканы шаулатҡан «Ғәлиә» спектакле тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшмәй, ә төп ролдәрҙе Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров башҡара. Ғәлиә менән Заһирҙың үкенесле мөхәббәтен ҡарар өсөн кешеләр бер-нисә ай элек үк билет алып ҡуйыр булған.Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров ҡотлауҙар ҡабул итә. Ә уларҙың тоғро тамашасылары-миллионлаған кеше сәхнәбеҙҙең сағыу йондоҙҙарына ижади уңыштар теләй.
Йондоҙло дуэт
Тулыраҡ: Йондоҙло дуэт