“Йондоҙло төндөң” сағыу йондоҙҙары

Тулыраҡ: “Йондоҙло төндөң” сағыу йондоҙҙары

Үҙенең туҡһан йыллығын билдәләгән “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” 20 октябрь “Өфө уттарында” Башҡортостандың иң сағыу йондоҙҙарын “хәйерле төн, республика” концерт-тамашаһына йыя.Легендар Башҡортостан радиоһының легендар студияларының береһе. Был микрофондар аша алып барыусылар тыңлаусылар менән әңгәмәләшһә, ҡолаҡсындар аша улар радиотыңлаусылар тауышын ишетә. Байрам алдынан радио дуҫтары үҙҙәренең яратҡан станцияһына алтын ялатылған ҡолаҡсындар бүләк иткән. Тамашаға әҙерлек күптән башланды. Төп маҡсат – күңел асыу түгел, ә халыҡты берләштереү. Башҡортостан радиоһының юбилей йылы төбәк-ара кимәлдәге сара. “Хәйерле төн, республика” тамашаһына саҡырылған йырсылар ҙа тамашасылар һорауы буйынса һайлап алынды. Республика сәнғәтенең иң сағыу йондоҙҙары сығышы менән бергә, бығаса булмаған башҡорт стилендәге дискотека ла буласаҡ. Иң оҫта бейеүсегә, иң матур парға, иң матур милли кейем өсөн телевизор тапшырыласаҡ. Ә йәштәр күңелен иһә ди джей Фәтих күтәрә. Киске Өфө уттарында егерменсе октябрҙә буласаҡ ҙур концертта “Ватан” интернет радиоһының исем туйы ла үтәсәк. Уны асыу тантанаһына билдәле спортсы Федор Емельяненко саҡырылған.Йондоҙло төндөң йондоҙло тамашаһына көндәр ҙә, билеттар ҙа һанаулы ғына ҡала бара. Өфө уттары кисен балҡытасаҡ тамашаларҙа һеҙҙе лә көтәбеҙ.