Был хаҡта Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмдинов белдерҙе. Туймазы һәм Бүздәк райондарында әле карантин иғлан ителгән. Туймазы районында сир асыҡланғас та, малдарға прививка яһалды. Унан бер аҙна эсендә бешмәгә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. 10 көн үткәс ҡабаттан вакцина һалыу ҡаралған, ул инструкцияға ярашлы үткәрелә. Тәүге прививка 8 октябрҙә эшләнгәйне, артабанғыһы иртәгәгә билдәләнгән. Бешмә вирусы, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанға Урта Азиянан ваҡ мал менән килеп ингән. Вирус Йәрмөхәмәт, Үрмәкәй, Ҡаранйылға һәм Ҡандра ауылдарындағы һыйырҙарҙа табылғайны. Туймазы районында бешмә ауырыуының эҙемтәләрен бөтөрөүгә 40 миллион һумға яҡын аҡса талап ителә. Сир осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Туймазы һәм Бүздәк райондарында халыҡтың бешмә менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән
Тулыраҡ: Туймазы һәм Бүздәк райондарында халыҡтың бешмә менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән