Өфөлә йәшәүсе интернет-бизнесмен клиенттарын 3 миллион һумға алдаған. Балалар тауарҙары менән сауҙа итеүсе “Бәйләшнештә” социаль селтәре аша заказдар йыйып күмәртәләп һатып алыуҙар ойоштора. Интернет аша әйбер һатып алыу хәҙер бер кем өсөн дә ят күренеш түгел. Уңайлы, тиҙ, иң мөһиме арзан. Шунлыҡтан да йүнсел эшен киң йәйелдерә. Әммә виртуаль касса артында ултырған намыҫлы һатыусы бер мәл мутлашыусыға әйләнә. Анна Дмитриева Бәйләнештә селтәрендәге “бергәләп һатып алыуҙар” төркөмендә күңеленә ятҡан колясканы ике тапҡырға осһоҙ хаҡҡа таба. Башта ышанмай, унан маҡтаулы баһаларҙы уҡып заказ эшләргә була. Тауар өсөн шунда уҡ түләргә тәҡдим итәләр. Йөрәге аҫтында бала йөрөткән әсә оҙаҡ уйламай 14 мең ярым аҡсаһын картаға күсерә. Балаға хәҙер инде 3 ай, әммә коляска ла, аҡса ла юҡ.Ғаилә ирекһеҙҙән колясканы 24 мең һумға кредитҡа һатып алырға мәжбүр була. Баҡтиһәң, Анна мутлашыусы ҡармағына эләккән бер генә кеше түгел. Ҡорбандар һаны бөгөн 200-гә яҡынлаша. Улар барыһы ла тиерлек интернет менән әүҙем ҡулланған йәштәр. Күбеһе балалары өсөн велосипед, коляска, электромобиль кеүек әйберҙәргә заказ биргән.Виртуаль тауар менән сауҙа итеүсене эҙләү Диана Ғайсина тигән ханыма алып барып сығара. Алданыусылар уның ҡайҙа йәшәгәнен дә асыҡлай, әммә мутлашыусының үҙен генә табыу уңышһыҙ. Зыян күреүселәр барыһы ла тиерлек хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙа, әммә һөҙөмтәһеҙ.Диана йәки Динә Ғәзизова, Резеда Емельянова, Ольга Коваль, Диана Мамина йәки Оля Ковалева. Был исемдәрҙең барыһы ла алданыусыларға яҡшы таныш. Сөнки мутлашыусы сәхифәһен ураған һайын яңырта һәм яңы ҡорбандарын таба. Тик бына уны мутлашыу статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыу ғына ауырға төшә. Эш законда ла түгел, ә гражданлыҡ һәм Енәйәт кодекстарын төрлөсә файҙаланыуҙа. Юристар был осраҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына коллектив ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Әле Диана Ғайсина эшмәкәрлегенән зыян күреүселәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына уртаҡ ғариза яҙып тапшырған. Ауыҙы бешкән һыуыҡты ла өрөп ҡаба. Шуға ла улар уғры ҡармағына башҡалар эләкмәһен, тип иҫкәртә. Бала ҡыуанысынан мәхрүм иткән енәйәтсенең намыҫы барҙыр тигән өмөт менән зыян күреүселр фотоколлаж да әҙерләгән.
Һатыусы бәйләнештә юҡ
Тулыраҡ: Һатыусы бәйләнештә юҡ