Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Калифорнияла урман янғындарында 10 кеше һәләк булған. 20 мең кеше эвакуацияланған. 1 мең 500 йорт утта янып көлгә әйләнгән. Өс округта ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.
  • Каталония хөкүмәте башлығы Карлес Пучдемон һәм башҡа етәкселәр бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйған. Закондар сығарыу йыйылышында тауыш биргәндән һуң ул үҙ көсөнә инергә тейеш. Каталония етәксеһе төбәктең мөстәҡиллеккә табан курсы үҙгәрмәйәсәк, тип белдергән.
  • Дубай полицияһы Рәсәйҙең Ховерсурф компанияһы менән берлектә мотоцикл һәм квадрокоптерға оҡшаш транспорт уйлап тапҡан. Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә уның исем туйы үткән. Яңы төр транспортты хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн күпләп эшләү ҡарала.