1985 йылда космонавт Владимир Джанибеков һәм Виктор Савиныхтың батырлығын күрһәткән «Салют-7» фильмы экрандарға сыҡты. Бынан өс тиҫтә йыл элек йыһанда булған ысын хәлде күрһәтеү өсөн тик сценарий ғына 13 тапҡыр яҙыла, уны төшөрөүгә лә хәтһеҙ ваҡыт китә. 1985 йылда “Салют-7” станцияһы йыһан орбитаһында идараны юғалтып ергә яҡыная. Фильм кешеләргә хәүеф менән янаған ошо фажиғәне булдырмау маҡсатында Ерҙән оҙатылған совет космонавтарының батырлығын тасуирлай. «Салют- 7» станцияһы 11 февралдә осоштарға идара итеү үҙәгенә яуап ҡайтармай. Уның яйлап Ер өҫтөнә ҡолай башлауы асыҡлана. Орбитаға тиҙ арала 20 тонналыҡ обьектты йыһан карабына тоташтырып һәләкәттән ҡотолоу бурысы ике тәжрибәле космонавт Владимир Джанибеков менән Виктор Савиныхҡа йөкмәтелә. Йыһандағы ғәҙәттән тыш хәлдең ни тиклем көсөргәнешле булғанын һәр кешенең аңына еткереү өсөн фильм өҫтөндә оҙаҡ йылдар буйы эшләргә тура килә. Осоштар менән идара итеү үҙәгенең макеты төҙөлә, актерҙарҙың ысын скафандрҙарҙа уйнауы талап ителә. Ундан ашыу сценарий яҙыла.Заман талаптарына тап килтереп, махсус эффекттраҙың төрлөһөн ҡулланып яңы төшөрөлгән фильм ололарҙың да, кескәйҙәрҙең дә күңелендә тетрәндергес хистәр уятты. Күптәр күҙ йәштәрен дә йәшермәне. Өфө кинотеатрҙарында «Салют-7» фильмын 12 октябрҙән ҡарарға мөмкин. Кинотаҫма аша хәҙер һәр кем йыһанға сәйәхәт ҡылып иң сағыу тойғолар кисерә һәм Совет космонавтарының батырлығын баһалай ала.
Рәсәй космонавтарының тиңһеҙ батырлығы
Тулыраҡ: Рәсәй космонавтарының тиңһеҙ батырлығы