Бөрөлө һыу менән тәьмин итеүсе ойошма исеме һәм етәксеһе алышыныу арҡаһында Бөрө халҡы бер ай эсендә һыу өсөн ике тапҡыр түләгән. Халыҡ тамам аптырашта ҡалған. Урындағы етәкселәр халыҡтың аһ-зарын ишетергә теләмәй. Эльмира Шәмсетдинова һыу өсөн аҡсаны ай һайын ваҡытында түләп бара. Тик сираттағы квитанцияла бурыс барлығын белдерткән ҡағыҙ килеүе уны аптырашта ҡалдыра. Хәҙер көн оҙайына олоһо ла, йәше лә сиратта тороп, дөрөҫлөктә асыҡларға тырыша. Асыҡланыуынса, граждандарҙы хеҙмәтләндереү ойошмаһының исеме үҙгәртелә. Әммә, был яңылыҡты халыҡҡа ни өсөндөр белгертеп өлгөрмәйҙәр. Шул сәбәптән, уларҙың йәнә 600 һумдан 1000 һумғаса бурысы барлығы асыҡлана. Халыҡҡа һыу менән тәьмин итеүсе ойошма хеҙмәткәрҙәре был мәсьәләне анһат ҡына аңлата.Граждандарҙы хеҙмәтләндереүсе яңы «Башкомунводоканал» ойошмаһы филиалының урынбаҫары Илһам Шәйҙийәнов әйтеүенсә, элекке ойошма 30 миллион һум бурысҡа бата һәм килешеү буйынса эшләүҙән туҡтай. Урындағы халыҡ һүҙҙәре буйынса, «водоканалстройсервис» ойошмаһы борсоған һорауҙарға яуап бирмәй һәм бәйләнешкә инмәй. Был мәсьәләне хәл итер өсөн халыҡ ғариза яҙырға мәжбүр.Билдәләнгән тәртип буйынса, элекке ойошма халыҡ түләгән аҡсаны «Башкомунводоканал» иҫәбенә күсерергә тейеш булған. «Башкомунводоканал» етәксеһе был аңлашмаусанлыҡты тиҙ арала хәл итеүен һәм халыҡ түләгән аҡсаның кире ҡайтарыласағы тураһында белдерҙе.
Ғәҙеллек ҡайҙа?
Тулыраҡ: Ғәҙеллек ҡайҙа?