Конституция судында сираттағы ултырыш

Тулыраҡ: Конституция судында сираттағы ултырыш

Ерҙе бушлай хосусилаштырып өлгөрмәгән кешеләр ғәйепте был өлкәләге мөнәсәбәттәрҙе көйләү тураһындағы республика законынан эҙләй. Башҡортостандың Конституция Суды сираттағы ултырышында ошондай ғаризаларҙың береһен тикшерҙе. Ризуан Хафизов республиканың төп законы һағындағы орган ҡарамағына йүнәлткән ялыуында 2004 йылда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы” закондың айырым положениелары һәм 2014 йылда уға индерелгән үҙгәрештәрҙең законға тап килеү-килмәүен асыҡлауҙы үтенә. Ғариза яҙыусы фекеренсә, ерҙе бушлай хосусилаштырыуҙы сикләү Башҡортостан халҡының конституцион хоҡуҡтарын боҙа. Конституция суды мәсьәлә буйынса ентекле тикшереүҙәрҙән һуң киләһе ултырышында ҡарар сығарасағын белдерҙе.