Башҡортостанда илдәге тәүге геопарктарҙың береһе булдырыласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда илдәге тәүге геопарктарҙың береһе булдырыласаҡ

Янған-тау атамаһын алған халыҡ-ара объект Салауат районы биләмәһендә урынлашасаҡ. Республика хөкүмәтендә үткән президиум ултырышында ЮНЕСКО-ға инәсәк айырым һаҡланған биләмәне төҙөү проекты раҫланды. Геопарк өсөн быға тиклем Бөрйән районы, шулай уҡ Торатау ҙа тәҡдим ителгәйне. Эксперттар Салауат районын бында әлеге ваҡытта 9 айырым һаҡланған биләмә булыуын, ерле халыҡ – башҡорттарҙың тарихи ваҡиғалары менән бәйлелеген һәм халыҡ-ара кимәлдәге тәбиғәт ҡомартҡыһының урынлашыуын иҫәпкә алып һайлаған. Халыҡ-ара статус урындағы геопарк биләмәһендә йәшәүселәр өсөн иҡтисади йәһәттән дә отошло буласаҡ.