“Сталинград йөрәге” проектында Башҡортостанда йәшәүсе ветеран ҡатнаша

Тулыраҡ: “Сталинград йөрәге” проектында Башҡортостанда йәшәүсе ветеран ҡатнаша

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Хөснөризалов Волгоград дәүләт телерадиокомпанияһы башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәре менән бергә үткәргән “Сталинград йөрәге” проектында ҡатнаша. Сталинград өсөн һуғышҡан ҡаһармандар телеэфирҙа иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, бер-береһен ҡотлай, йәш быуынға теләктәрен еткерә. Иң яҡшы костюмын кейеп, бихисап орден-миҙалдарын тағып, Хәсән Хөснөризалов полкташтары менән осрашырға әҙерләнә. Тик ул ябай осрашыу түгел, ә телеэфир аша. Өфө ветераны Волгоград дәүләт телерадиокомпанияһы башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәре менән бергә үткәргән “Сталинград йөрәге” проектында ҡатнаша. Хәсән Рәхим улы 1942 йылда фронтҡа алына һәм 214-се уҡсылар дивизияһы составында Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Дәшһәтле һуғыш йылдарын бергә үткән егеттәр күптәнән яҡын дуҫтарға әүерелгән.Үҙенең мөрәжәғәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, йәш быуынға теләктәрен еткерҙе. Яу яланында ла тик яҡшыға, еңеүгә ышанған фронтовиктың 95 йәшендә лә йөҙөнән йылмайыу китмәй. 88 йәшендә генә хаҡлы ялға сыҡҡан Хәсән Рәхим улы оҙаҡ йәшәүҙең сере тормошто һәм хеҙмәтте һөйөүҙә, ти.