Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар ҡуллана. Табиптар молекуляр хирургия ярҙамында селтәрле шекрәгә операция яһай. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары уйлап тапҡан яңы ысулдар менән сит ил табиптары ла ҡыҙыҡһына башлан. Башҡортостан офтальмологтары пациенттарҙың күреү һәләтен тулыһынса тергеҙә ала.Рениталь хирургтар, күҙҙең иң нескә өлөшөндә операция яһау алымына эйә. Яңы ысул сит ил табиптарында ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Барселонала офтальмологиялағы яңы алымдарға арналған конгреста бер юлы 16 доклад менән сығыш яһарға тура килде, ти Ринат Рөстәм улы.Яңы ысулды хирургтар бер йыл элек кенә ҡуллана башлаған. Ошо ваҡыт эсендә 800 –ҙән ашыу кеше тулыһынса күреү һәләтенә эйә булды, ти табиптар.Был бүлмә конвейрҙы хәтерләтә. Йыл әйләнәһенә табиптар күҙгә 3 меңдән ашыу операция яһай. Ауырлығына ҡарап бер операция 10-15 минут дауам итә.
Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар
Тулыраҡ: Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар