Быйыл ул декабрҙә үк башланасаҡ. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, киҙеү осоронда вирустың 3 штамы көтөлә. Уларҙың беренсе күптәргә сусҡа киҙеүе булараҡ билдәле, икенсеһе-Гонконг, өсөнсөһө-Брисбен. Белгестәр Башҡортостан шарттарында тап сусҡа киҙеүе нығыраҡ таралыр, тип фаразлай. Ауырымаҫ өсөн табиптар прививка яһатырға саҡыра. Башҡортостанда йыл һайын 600 меңдән бер миллионғаса кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән ауырый.
Башҡортостан грипп эпидемияһына әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан грипп эпидемияһына әҙерләнә