Уның етәкселеге мутлашыуҙа ғәйепләнә. Өфөлә ғауға сығарған матурлыҡ салоны ҡара быяла артына йәшенгән, офис ныҡлы һаҡ аҫтында. Был хеҙмәткәрҙәргә шөрләр сәбәп бар — асыулы клиенттар, бәйләнсек журналистар һәм хәҙер инде Эске эштәр министрлығы косметологтарға ҡаршы енәйәт эше асылғанын хәбәр итте. Мут эштәр бер нисә йыл башҡарылған бина, ниһайәт, ябыҡ. Һуңғы тапҡыр клиенттар уны штурм менән тигәндәй алырға ниәтләгәйне. Етәкселек менән осрашырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы аҡ халатлы кешеләр туҡтатты. Үҙҙәрен табип тип танытҡан был белгестәрҙең бурысы клиентҡа йәшәртеү процедуралары тәҡдиме менән көсләп кредит тағыуҙан торған, тигән фекерҙә тәфтишселәр. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының бүлек етәксеһе Руслан Әхмәҙишин белдереүенсә, ғәмәлдә бер ниндәй йәшәртеү хеҙмәттәре күрһәтелмәгән, ә күрһәтелгән ғәмәли хеҙмәттәрҙең йәшәртеүгә ҡағылышы юҡ. Енәйәт эше 159-сы статьяға ярашлы – ҙур күләмдәге мутлашыу өсөн асылды. Алдашҡандар ҡорбанының бар аҡсаһын талау маҡсатын ҡуйған. Бушлай процедураларға бала ҡарап өйҙә ултырған ҡатындар, хаҡлы ялдағы ханымдар саҡырылған. Әңгәмә барышында вәғәҙә ителгән бушлай хеҙмәттәр өсөн аҡса талап ителә башлаған. Дөйөм зыян күләме 3 миллион һумға яҡын. Уның икеләтә күберәк булыуы ла ихтимал. Сөнки салон клиенттарҙы бер йыл ғына хеҙмәтләндермәгән. Енәйәт эшендә ике тиҫтәнән ашыу зыян күреүсе теркәлгән. Ил буйынса уларҙың меңәрләгән булыуы мөмкин. Өфөлә иһә ошоға оҡшаш ысул менән клиенттар йәлеп иткән ойошмалар тағы ла бар, улар буйынса әле тейешле ҡарар ҡабул ителмәгән. Был “Ҡояш йортонда”, мәҫәлән, кешеләрҙән массаж креслоһында бер нисә минут ултырған өсөн хәтһеҙ аҡса түләткәндәр. Аҡсаһын ҡайтарырға теләгәндәр алдында директор көнэлгәре әҙерләнгән телмәрен тотҡан. Әле матурлыҡ салоны менеджерҙарына ҡарата тикшереү эштәре башланған, уларға йәшәгән ерҙән ситкә китмәҫкә ҡушылған.
Өфөлә матурлыҡ салоны етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды
Тулыраҡ: Өфөлә матурлыҡ салоны етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды