Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә төндә 1, 6, аяҙытҡанда 11 грдусҡаса һыуытасаҡ. Урыны менән епшек ҡар яуыуы, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер өлөштәрендә, айырыуса төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ла йорт хужаларын йылытыу ҡорамалдары менән ҡулланғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырҙы. Башҡортостанда йыл башынан 3 мең самаһы янғын теркәлгән. Утта 171 кеше һәләк булған.Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре – мейес һәм электр ҡоролмаларын дөрөҫ файҙаланмау. Янғын осраҡтарының күбеһе һыуыҡ осорға тура килә, тип иҫкәртәләр Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Республикала иртәгәнән һыуыта башлай
Тулыраҡ: Республикала иртәгәнән һыуыта башлай