Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Украинаның Юғары радаһы бинаһы янында хоҡуҡ һаҡлаусылар менән ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар һуғышҡан. Полиция күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланған. Киевта митингты Одессаның элекке губернаторы Михаил Саакашвили ойошторған. Ул президент Порошенконың вазифаһынан китеүҙе талап итә.
  • Федераль именлек хеҙмәтенең Татарстандағы идаралығы Росгвардия менән берлектә махсус операция барышында “Хизбут –Таһрир әль ислами” террор ойошмаһы ағзаларын ҡулға алған. Тентеүҙәр ваҡытында тыйылған әҙәбиәт табылған, шикләнеүселәрҙең Татарстан мосолмандары араһында конституцияға ҡаршы эш алып барғаны асыҡланған.
  • Португалия эске эштәр министры урман янғындарынан һуң вазифаһынан китергә ҡарар иткән. Июндә утта 64 кеше вафат булғайны. Октябрҙә тағы ла 41 кешенең ғүмере өҙөлдө. Португалия президенты фажиғә өсөн яуаплылыҡты һул хөкүмәткә япһарған.
  • Сүриә хәрбиҙәре Ракка ҡалаһын Ислам дәүләте террорсыларынан азат итеүе тураһында иғлан итте. Операцияла 25 мең самаһы курд һәм 5 мең самаһы ғәрәп хәрбиҙәре ҡатнашҡан.