Әҙәбиәтебеҙ маяғы

Тулыраҡ: Әҙәбиәтебеҙ маяғы

Башҡортостанда бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 98 йыл тулыуға арналған рәсми саралар башланды. Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла, мәҫәлән, башҡорт драматурияһы музейы асыла. Уҡыу бүлмәһендә төрлө драматургтар тормошона һәм ижадына арналған мәғлүмәттәр, рәсми документтар тупланған. Ә иртәгә иһә, Мостай Кәрим исемендәге майҙанда концерт тамашалары уҙа. Кесаҙнала шулай уҡ Башҡорт Дәүләт Университетында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Ошо уҡ көндә БДУла Мостай Кәрим исемендәге ижади лаборатория эш башлай. Башҡортостанда яңы баҫма ташҡа баҫыла. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы донъя күрәсәк. Әҫәр ике телдә – башҡорт һәм рус телдәрендә әҙерләнә.