Улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына ҡағыла. Төп яңылыҡтарҙың береһе инспекторҙарҙың автомобилдәрҙе туҡтатыу хоҡуғының киңәйтелеүе менән бәйле. Юл полицияһы хәҙер теләһә ниндәй ерҙә, стационар поста, автомобилдә хатта патруль автомобиле булмаған осраҡта ла туҡтауҙы талап итеп, документ һорай ала. Таныҡлыҡты водитель бер нимәгә лә беркетмәйенсә асыҡ килеш тапшырырға тейеш. Яңы ҡағиҙә буйынса патруль күҙәтеүҙе йәшерен дә алып бара ала. Бының өсөн тәбиғи рельефты файҙаланыу рөхсәт ителде. Шулай уҡ инспектор ҡаршы булған осраҡта, уны видеоға төшөрөү ҙә тыйыла. Ошо һәм башҡа үҙгәрештәр бөгөндән ғәмәлгә инә.
Бөгөндән административ хоҡуҡ боҙоуҙар регламентына яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.
Тулыраҡ: Бөгөндән административ хоҡуҡ боҙоуҙар регламентына яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.