Йәй көнө өс ҡыҙға пневматик ҡоралдан атыусы ирҙең эше буйынса Шишмә районы суды ҡарар сығарҙы. Ул өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Әммә сабыйҙарҙың ата-әсәһе ҡарар менән риза түгел. Нил Ибраһимовтың эше буйынса был судтың икенсе ултырышы. Был юлы зыян күреүсе балаларҙың ата-әсәләре талабы буйынса енәйәт эше барлыҡ шаһиттарҙы саҡырып ғәҙәти тәртиптә ҡаралды. Ҡулға алынған ир Енәйәт кодексының дүрт статьяһы буйынса ғәйепле тип табылған. Ул суд ҡарары менән тулыһынса риза. Хөкөм ҡарары менән зыян күреүсе ҡыҙҙарҙың атаһы риза түгел. Ул закон һағында тороусыларҙы бала ғүмеренә бармаҡ аша ҡарауҙа ғәйепләне.Нил Ибраһимов суд ҡарары менән өс йылға иркенән мәхрүм ителде. Урам буйында уйнап йөрөгән өс ҡыҙ баланы пневматик мылтыҡтан атып яралау эше бына шулай тамамланды. Тик Нил Ибраһимов суд ултырышынан һуң да ҡыҙҙарға ни өсөн атыуын аңлата алманы
Енәйәтсе ҡыҙҙарға ни өсөн атҡанын аңлата алманы
Тулыраҡ: Енәйәтсе ҡыҙҙарға ни өсөн атҡанын аңлата алманы