Йорт өсөн көрәш

Тулыраҡ: Йорт өсөн көрәш

Дыбковтар ғаиләһе инде дүрт йыл үҙҙәренең торлағы өсөн көрәшә. 2013 йылда “Интеграл” ойошмаһы күп ҡатлы йорт төҙөп шәхси өйҙө емерек хәлгә әйләндерә. Икенсе урынға күсеү мөмкинлеге булмағас, ғаилә хәҙер йыл һайын өйҙә ремонт эшләргә мәжбүр. Йыл һайын өй эсендә ремонт эшләү – беҙҙең өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнде, ти Дыбковтар ғаиләһе. Өй янында төҙөлөш башланыуы хужалар өсөн ҙур ауырлыҡтар тыуҙырған.“Интеграл” ойошмаһы дүрт йыл элек шәхси өйҙәр урынлашҡан ерҙә күп ҡатлы йорт төҙөй башлай. Шул сәбәптән, бер нисә ғаиләне икенсе торлаҡҡа күсерәләр. Ә Дыбковтар һүҙҙәре буйынса, ҙур ғаилә һәм өй хужаһының зәғиф булыуына ҡарамаҫтан, “Интеграл” ойошмаһы етәксеһе уларға бәләкәй бүлмә тәҡдим итә. Әммә улар ризалашмай. Дүрт йыл барған төҙөлөш арҡаһында йорт яйлап емерелә башлай.2013 йылдан алып төҙөлә башлаған күп ҡатлы йорт менән шәхси өй араһы ни бары 5 метр. Торлаҡтың ғына түгел, ғаилә ағзаларының да зыян күреү мөмкинлеге асыҡ күренһә лә, төҙөлөш эше дауам итә.Өй хужалары хәҙер торлаҡ юғалтыутыуҙарын аҡсалата ҡаплауҙы һорай. Өйҙөң емерек хәлдә икәнен асыҡлар өсөн улар экспертиза ла эшләтә. Дыбковтар ғаиләһе “Интеграл” ойошмаһының етәксеһе Әлфәт Нәзмиев менән аҡса мәсьәләһе буйынса һөйләшеп, диктофонға яҙҙырта.Әммә ойошма бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле, ремонт өсөн аҡса ла юҡ, ғаиләне икенсе урынға күсереү мөмкинлеге лә икеле.Дыбковтар ғаиләһе хәҙер был мәсьләне тулыһынса асыҡлар һәм зыянды ҡаплау өсөн йәнә судҡа мөрәжәғәт итеп ғариза яҙырға мәжбүр.