Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған.Юғары күңелле, сикһеҙ ихлас, алсаҡ, халҡым, тип янған ил улы күптәр өсөн өлгө, өмөт һәм ышаныс сығанағы ине. Яратып, ихтирам итеп, уға барыһы ла Мостай ағай, тип өндәште. Тәүге шиғырын алтынсы синыфта ижад итеп, 16 йәшендә шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығарған тәжрибәле аҡһаҡалдан кәңәш һорап барыусылар ҙа бихисап ине. Әллә нисә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының пьесаларына ҡуйылған спектаклдәрендәге геройҙарҙың яҙмышынан тетрәнде, уларға оҡшарға тырышты. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон — оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре хәҙер инде классик сәхнә әҫәрҙәре, Башҡортостан халҡы ғына түгел, донъя тамашасыһының күңелен яулаған спектаклдәр.. Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланған.
Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала
Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала