Бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереп, Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла башҡорт драматургияһы музейы асылды. Бар күңелен ижадҡа бағышлаған, сикһеҙ ихлас, алсаҡ, халҡым, илем тип янған әҙибебеҙ күптәр өсөн өлгө ине. Ижад емешен киләсәк быуынға тапшырған Мостафа Сафа улы башҡорт әҙәбиәтенә ҙур өлөш индереп кенә түгел, ә уның сағыу йондоҙо ла булып ҡалды.Ғәҙәттәгесә, октябрҙә ижад һөйөүселәр Мостафа Сафа улының тыуған көнөн иҫкә алып ҡына түгел, ә хөрмәт күрһәтеп, рәхмәт һуҙҙәрен еткерергә ҡәберенә юллана.Һәр ваҡыт иҫкә алған һәм ғорурланған яҡташтары ла йыл һайын ошо урынға йыйыла, уның иҫтәлектәре менән бүлешә.Бөйөк әҙибебеҙ Мостай Кәрим ижады Башҡортостан ғына түгел, ә сит ил халҡын да тетрәндерҙе. Тик уның шиғырҙары, әҫәрҙәренә ғашиҡ булып, башҡорт телен өйрәнгән, әҙәбиәт менән яҡындан танышҡан студенттар ҙа бихисап.Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла башҡорт драматургияһы музейы асылыуы — шағирыбыҙҙың тыуған көнөндә ҙур сараларҙың, иҫтәлекле көндәрҙең береһе булып тора. Хәҙер мәктәп уҡыусылары ғына түгел, һәр кем музейға килеп уның ижады менән яҡындан таныша ала.Мостай Кәрим иҫтәлегенә шулай уҡ митинг та ойошторолдо. Уның ҡыҙы Әлфиә Кәримова хис-тойғолары менән уртаҡлашты, ижад һөйөүселәргә шағирҙың китабын таратты.Ун йыл элек Мостафа Сафа улы арабыҙҙан матур тойғолар ҡалдырып китһә лә, исеме һәм ижад емеше халыҡтың йөрәк түрендә һаҡлана.
Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала
Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала