Киләһе йылдан Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабыйға бүләк тапшырыласаҡ

Тулыраҡ: Киләһе йылдан Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабыйға бүләк тапшырыласаҡ

Бүләктәр әсәләргә бала табыу йортонан сыҡҡанда биреләсәк. Белгестәр фекеренсә, башланғыс демографик хәлде яҡшыртыуға ла етди этәргес бирергә тейеш. Проектты финанслау тәртибе хаҡында әлегә аныҡ тәҡдимдәр юҡ. Башҡортостанда әле бөтә әсәләр ҙә бала табыу йортонан сыҡҡанда бүләктәр ала. Уға йоҡа һәм йылы йүргәктәр, баш кейемдәре һәм миҙгел буйынса юрған инә.