Стәрлетамаҡ ҡалаһында кешеләрҙең йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыла

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ ҡалаһында кешеләрҙең йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыла

Ул ҡаланы һәм йорт ихаталарын төҙөкләндереү проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Эштәр барышы менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Республика етәксеһе Стәрлетамаҡ ҡалаһына һәм Ишембай районына эш сәфәре барышында сәнәғәт предприятиелары һәм социаль объекттарҙа булды. “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамына быйыл республиканан ғына түгел, Волга буйы федераль округы төбәктәренән 46 коллектив ғариза тапшырған. Хоҙайбирҙин урамындағы аллея тиҙҙән яңы төҫ аласаҡ. Бында асфальт һалына, тирә-яғы тәртипкә килтерелә. Аллея Ҡала мөхите федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Башҡортостан башлығы яңы төҙөкләндерелгән йорт ихатаһында ла булды. Ул “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса эшләнгән. Был проектҡа ярашлы Стәрлетамаҡта 101 мең квадрат метр майҙаны булған 93 йорт ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырыла. Вокзал урамында урынлашҡан был ихата ла Заманса ҡала мөхитен булдырыу муниципаль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Бында яңы асфальт һалынған, ағастар, сәскәләр ултыртылған, балалар майҙансығы булдырылған. Бынан тыш, йортта йәшәүселәр бушлай интернет менән файҙалана ала. Сөнки, ихатала Wi-Fi бар.Ишембай ҡалаһында ла “Уңайлы ҡала” мөхитен булдырыу федераль программаһы буйынса 12 йорт ихатаһы тәртипкә килтереләсәк. Башҡортостан башлшығы быраулау, нефть һәм газ ҡоролмаларын етештереүсе предприятиела ла булды. Республика етәксеһе Башҡорт кадет корпусы бинаһының төҙөкләндереү эштәре менән танышты. Объектты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.