Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 105 йыл тулды

Тулыраҡ: Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 105 йыл тулды

Халыҡтың тарихын бейеүҙәрҙә мәңгеләштергән Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 105 йыл тулды. Уның исемен йөрөткән академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бөгөнгө көнгәсә БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡа-ҙан¬ған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исе¬мендәге дәүләт премияһы лауреатының иң сағыу бейеүҙәрен һәм уның тураһында хәтирәләрҙе һаҡлап килә. Бер балалар йортонан икенсеһенә күсерелеп, михнәттәр күреп, етем үҫкән малайҙы бөгөн иң талантлы һәм алмаштырғыһыҙ шәхестәребеҙ рәтендә иҫкә алабыҙ. Өфөлә театр техникумы асылғас, балалар йортонан һәләтле балаларҙы йыялар. Техникумда Фәйзи Ғәскәров Башҡорт күсмә театрының ҙур булмаған бейеү төркөмөндә бейей башлай. Театрҙың балетмейстеры уның тырышлығын, тәбиғи һәләтен күреп, балет мәктәбенә уҡырға инергә кәңәш итә. Алда уны СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография техникумында уҡыу, Ленинград хореография училищеһында уҡытыу, тәжрибә туплағас, Башҡортостанда бейеү сәнғәтен үҫтереү көтә.Башҡортостандың иң һәләтле үҙешмәкәр бейеүселәрен йыйып ул ансамбль төҙөй һәм талапсанлығы, рухлылығы арҡаһында моратына ирешә. Үҙе ойошторған ансамблде бөтә донъяға таныта.Фәйзи Әҙеһәм улы етәкләгән халыҡ бейеүҙәре ансамблен сит илдәрҙә лә, Башҡортостандың ауыл, ҡалаларында ла яратып ҡаршы алалар ине, тип иҫкә ала ансамбль ветерандары. Әлеге ваҡытта уның менән бергә эшләгәндәр һирәк кенә. Ансамблдең оркестры етәксеһе Риф Вәли улы балетмейстер менән студент ваҡытынан таныш. Йәш баянсыны хореограф бейеү эҙләп райондарға алып сыҡҡан.Тырышлығының һөҙөмтәһе – легендар һәм үлмәҫ бейеүҙәр. Фәйзи Әҙеһәм улының исемен, ижадын түкмәй-сәсмәй тиерлек һаҡлап алып ҡалыуҙа ансамбледең өлөшө ҙур. Ҡасандыр уның,бейеү – халыҡтың күңеле, тип әйткән һүҙҙәрен бөгөн ансамблдең һәр бейеүсеһе ҡабатлай.Өфөлә техникумда уҡыған йылдарында Фәйзи Ғәскәров төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Көй һайлағанда, бейеүҙәр ҡуйғанда уға был һәләте ныҡ ярҙам итә.Бөгөн ансамбль Силәбе өлкәһендә сығыш яһай. Фәйзи Ғәскәров мираҫы гастроль програмаһының төп өлөшөн тәшкил итә. Бөтә донъяға билдәле Гөлнәзирә, Зарифа, Өс таған бейеүҙәрен тиҙҙән Башҡортостан тамашасылары ла күрәсәк.Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 26 октябрҙә Силәбе өлкәһендә һуңғы концерты менән сығыш яһай. Башҡортостанда Бөйөк балетмейстерҙың 105 йәшенә арналған программа менән улар ноябрҙә Балтас, Мәсетле, Ҡариҙел, Яңауыл райондарына сыға, ә Өфө тамашасыһы легендар ансамблде һәм бөйөк балетмейстер Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың онотолмаҫ бейеүҙәрен 29 ноябрҙә күрә ала.