Өфөлә тәүге тапҡыр ҡатнаш алыш спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтте

Тулыраҡ: Өфөлә тәүге тапҡыр ҡатнаш алыш спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтте

Сарала, бер-нисә тапҡыр донъя чемпионы Федор Емельяненко ла ҡатнашты. Беренселектә Рәсәйҙең 26 төбәгенән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Алыш 4 минут ҡына дауам итә.Ярыш 14-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында 10 ауырлыҡ үлсәмендә үтте. Һәр спортсы сараға етди әҙерләнгән.Сараның төп бағыусылары “Дортрансстрой” компания етәксеһе әйтеүенсә үҫмерҙәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, тимәк, ул дөрөҫ тәрбиәләү.Ярыш Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенең 100 йыллығына арналды.Турнирҙың дөйөм йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Силәбе өлкәһе, икенсене Башҡортостан, өсөнсөнө Омск өлкәһе спортсылары яуланы. Еңеүселәрҙе донъя чемпионы – Федор Емельяненко ҡотланы.Республиканың ҡатнаш алыш федерацияһы етәксеһе Руслан Зарипов әйтеүенсә, ярыш юғары кимәлдә үтте.Беҙҙең телекомпания беренселектең төп мәғлүмәт партнеры булараҡ шулай уҡ махсус бүләк тапшырҙы.