Үҙенең туҡһан йыллығын билдәләгән “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” “Өфө уттарында” Башҡортостандың иң сағыу йондоҙҙарын “хәйерле төн, республика” концерт-тамашаһына йыйҙы.90 йыллыҡ юбилейға арнап Өфө уттарында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы үткәргән йылдың иң сағыу сараһына — “Йондоҙло дискотекаға” – башҡорт эстрадаһының иң сағыу йондоҙҙары йыйылды.Яратҡан йырсыларына ҡушылып, килгән һәр ҡунаҡ ҡушылып йырланы, өҙҙөрөп бейене. Сара бүләктәрһеҙ ҙә үтмәне. Иң шәп бейеүсегә кисәнең бағыусыларының береһе – Рәсәй теле һәм радиотапшырыуҙар компанияһы плазмалы телевизор тапшырҙы.Шулай уҡ, иң матур бейегән пар Талҡаҫ шифаханаһына юллама алды.Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә тәбрик һүҙҙерен еткерергә ашыҡты. Сараның төп маҡсаты – күңел асыу түгел, ә халыҡты берләштереү. Килгән ҡунаҡтар ғына түгел, беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәренең дә милли кейемдә булыуы, хатта пульт артындағы диджейҙың да елән кейеүе сараны тағы ла рухландырып ебәрҙе, милли биҙәк өҫтәне. Милли орнамент элементтары менән биҙәлгән кейемдәргә, алҡалар, түшелдеректәр тағып килгән ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланып туймаҫлыҡ ине.Иң ҡупшы заманса милли кейемдә килгән ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет тә билдәләп үттелде.“Башҡортостан” радиоһы – ул әсә. Республикала барлыҡҡа килгән иң беренсе радио башҡа бихисап радиоларға ғүмер биргән. Юбилей көнөндә лә уның тағы бер сабыйы донъяға килде. Сарала “Ватан” интернет радиоһына старт бирелде. Мәғлүмәтле, дәртле радио тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.“Ватан” радиоһын исем туйы менән ҡотларға йәш йырсылар ҙа килгәйне.Бейеү майҙаны таңға тиклем ҡайнап торорҙо. Быуатлыҡ тарихҡа эйә “Рәсәй Башҡортостан” һәм яңы ғына барлыҡҡа килгән Ватан радиоһының байрамы бар халыҡ байрамына әүерелде.
Оло юбилей, оло байрам, оло йыйын!
Тулыраҡ: Оло юбилей, оло байрам, оло йыйын!