Бөгөн төнөн республикала ҡар яуҙы һәм автомобиль хәрәкәтен туҡтатты тиерлек.Күптәр, иҫкәртеүҙәр була тороп, тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырмаған. Шул сәбәпле юлдарҙа күп кенә аваряилар теркәлде. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, боҙлауыҡ арҡаһында Өфө-Белорет юлында аҙыҡ-түлек тейәгән ауыр йөк машиналары тауҙарға күтәрелә алмай. Быға тиклем синоптиктар ҙа, ҡала хакимиәте вәкилдәре лә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыларына алмаштырыу кәрәклеге хаҡында күп тапҡырҙар белдереп килде. Тәүге ҡар проблемаларҙы ярып һалды. Йәйге тәгәрмәстәрен алмаштырып өлгөрмәгән автоһәүәҫкәрҙәр тайғаҡ юлдарҙа урынынан ҡуҙғала алмай тығындар барлыҡҡа килтерҙе.Ҡалала тәгәрмәс алмаштырыу урындарында бошмаҫтар ҙур сираттарға теҙелгән.Бөгөн Өфөлә 20-нән ашыу авария теркәлде. Инспекторҙар юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.Синоптиктар иһә алдағы көндәрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы тураһында хәбәр итә. Юлдарҙа боҙлауыҡ буласаҡ.
Ул быйыл да көтмәгәндә яуҙы
Тулыраҡ: Ул быйыл да көтмәгәндә яуҙы