15 квадрат метрлы бүлмә өсөн 5 мең һум

Тулыраҡ: 15 квадрат метрлы бүлмә өсөн 5 мең һум

Өфөлә ярты емерек хәлдәге дөйөм ятаҡта йәшәүселәр ай һайын коммуналь хеҙмәттәргә ошондай хаҡ түләргә мәжбүр. Өҫтәүенә йорт өлөшләтә авария хәлендә тип танылған һәм уның бер өлөшө ишелеп төшөүе ихтимал. Гөлсинә Муллағолова ҙур ғаиләһе менән 18 квадрат метрҙа һыйынып йәшәүенә бер ҙә зарланмай. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә күп түләргә түгел ине, ти ханым. Әммә сентябрь айының квитанцияларын алып улар аптырашта ҡала.Үткән айҙан Коммунаров урамындағы 19 һәм 21 йорттарҙа йәшәүселәр өсөн квитанциялағы хеҙмәтләндереү графаһында тариф 2 ярым тапҡырға арта. Был хатта миллионлы Өфө өсөн рекорд. Хәҙер беҙ 3 бүлмәле фатирҙа йәшәүселәр менән тиң түләйбеҙ, тип зарлана халыҡ. Баҡтиһәң, сентябрҙән бында идарасы компания алышынған һәм улар үҙ шарттарын ҡуйған. Дөйөм ятаҡта йәшәүселәрҙең ризалығын бер кем дә һорап тормай. Йыйылышҡа саҡырыуҙарҙы ла Калинин районы торлаҡ хужалығы идаралығы инҡар итә.Үткән быуатта төҙөлгән дөйөм ятаҡтарҙың торошо ҡот осҡос хәлдә, быны баһалау өсөн бер ниндәй экспертиза ла кәрәкмәй. Әммә быға тиклемге милекселәр ҙә, муниципаль милеккә күскәс урындағы чиновниктар ҙа емерек стеналарҙы күрергә теләмәй. йылдар дауамында проблемаға күҙ йоморға тырышһалар ҙа. Дөйөм ятаҡ авария хәлендә икәнлеге һуҡырға ла асыҡ. Быны икенсе ҡаттағы йыуыныу бүлмәһенән яҡшы күрергә була. Түбә плитәләре ишелә башлағас уны тимер таяуҙар менән терәтеп ҡуялар һәм йорттоң бер өлөшөн авария хәлендә тип таныйҙар. Бында йәшәүселәрҙең бер өлөшө торлаҡ фондына күсерелә, ҡалғандарына урын етмәй. Ә киткәндәренә квитанциялар әле һаман килеүен дауам итә. Дөйөм ятаҡтың авария хәлендәге өлөшөн яртылаш күсереү менән эш урында туҡтап ҡала. Өфө хакимиәтендә быны проект документтарына үҙгәрештәр индереү менән бәйле тип кенә аңлаталар. Ә түҙемлеге бөткән кешеләрҙең ғәрлеге тамсы булып таш яра.Яңы идарасы компания яҡын арала косметик ремонт башларға вәғәҙәләй. Әммә ни сәбәптәндер аҡсаны видеокүҙәтеү урынлаштырыуға, консьерж яллауға сарыф итә. Бөтә сығымдарҙың бында йәшәүселәр кеҫәһенән сыҡҡанын да йәшермәй.Ваҡыт һәм яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһенән сыҡҡан бәләне хәҙер дөйөм ятаҡта йәшәүселәр, ә күбеһе бында күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр һәм пенсионерҙар үҙ иҫәбенә хәл итергә мәжбүр. Әммә был уларҙы үҙ йорттарының аҫтында ишелеп ҡалыу хәүефенән ҡурсаламай.