Йәшеллек яратыусы чиновник

Тулыраҡ: Йәшеллек яратыусы чиновник

Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы тапшырған материал буйынса Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.Ул ришүәт алыу статьяһы буйынса ғәйепләнә. Етәксе ер бүлемен ҡуртымға биреү хоҡуғын алыуҙа булышлыҡ иткән өсөн үҙенең йорт биләмәһен йәшелләндерергә тәҡдим иткән. Әлеге ваҡытта ҡылынған енәйәт тикшерелә, шаһиттарҙан һорау алына.