Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй оборона министрлығының рәсми вәкиле Игорь Конашенков коалицияның утҡа тотоуынан зыян күргән Сүриәнең Ракка ҡалаһы 1945 йылда Бөйөк Британия һәм Америка самолеттары утҡа тотҡан Дрезден ҡалаһы яҙмышын ҡабатланы, тип белдерҙе. Быға тиклем Ҡушма Штаттар етәкселегендәге коалиция Ракканы террорсыларҙан азат ителеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

“Росвертол” предприятиеһы Рәсәй оборона министрлығы өсөн өр-яңы вертолет ээшләне. Ми-28УБ осҡосо дәүләт һынауҙарын уңышлы үткән. Вертолеттарҙың тәүге партияһы Ҡораллы көстәргә ноябрҙә үк тапшырыласаҡ.

Бишкәктән Нурлан Алишеров дуҫтары һәм яҡындары ташбаш тип йөрөтә. Ул үҙенсәлекле һөнәре менән бар донъяла билдәлелек алды. Маңлайы менән пауэрлифтер таҡтаға ҡаҙаҡ ҡаға һәм уны теше менән тартып сығара ала. бынан бер-нисә йыл элек ирҡырғыҙ эпосы баһадирын төшөндә күргән. Шунан башлан унда үҙенсәлекле һәләт асылған.

Бруклин полицияһы үгеҙ менән бергә футбол уйнаған. Ике команда футбол уйнағанда, майҙанға ярһыған үгеҙ килеп сыға. Әлбиттә, уйын туҡтатыла һәм үгеҙҙе ҡыуалау өсөн полиция саҡыртыла. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға ике сәғәт буйы малҡай артынан югерергә тура килә.