Ейәнсура районында Иҫәнғол ҡояш электр станцияһының ҡеүәте 9 МВт-ҡа етәсәк.Объекттың инвесторы – «Хевел» компаниялар төркөмө, станция 30 гектар майҙанды биләйәсәк. Инвестициялар күләме – 1 миллиард һумдан ашыу. Был республика көньяғында төҙөгән өсөнсө ҡояш электр станцияһы. Республикала Хәйбулла районының Бүребай ҡояш электр станцияһында һәр ҡайһыһы 10 МВт ҡеүәтле ике сират һәм Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ҡояш электр станцияһында һәр ҡайһыһы 5 МВт ҡеүәтле өс сират эшләй. Төбәктә проектты тормошҡа ашырып бөткәндән һуң бөтә ҡояш электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 64 МВт ҡа етәсәк.
Урал аръяғында яңы ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала
Тулыраҡ: Урал аръяғында яңы ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала