Республика башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү советы ултырышында Рөстәм Хәмитов шулай тип белдерҙе. Электрон белем үҙләштереү өлкәһендәге ыңғай күренеш булараҡ Башҡортостандың Рәсәйҙә 31-се урындан 7-гә күтәрелеүен билдәләргә мөмкин. Әммә концепцияны 2017 йылда бойомға ашырыу һүлпән бара. Йәмәғәтселек электрон белем мөмкинлектәрен ҡулланырға ашыҡмай, был өлкәләге белгестәр аҙ, хеҙмәткә ихтыяж түбән. Электрон белем биреүҙә юғары уҡыу йорттары туплаған тәжрибәне дәүләт хеҙмәте академияһынан артабан кадрҙар эше, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр селтәре менән уртаҡлашыу мөһим. Халыҡтың тормош кимәле дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығына туранан-тура бәйле, тип билдәләнде ултырышта.
Дәүләт хеҙмәтендә эшләгән һәр кем электрон белем биреү селтәрендә теркәлергә бурыслы
Тулыраҡ: Дәүләт хеҙмәтендә эшләгән һәр кем электрон белем биреү селтәрендә теркәлергә бурыслы